Пятница, 19.04.2024, 19:51
погода
Новомещерово
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 13
Меню сайта
Форма входа
Архив записей
Контакты
Адрес:д.Новомещерово
ул. Школьная, д.40
e-mail:nmecher@mail.ru
тел.:8(34770)2-83-39
8(34770)2-83-22
Чат
50
Деревня Новомещерово
      центр Новомещеровского сельсовета Мечетлинского района. Расположена на реке Ай, в 35 км к Югу-Востоку от районного центра.
      Развиты животноводство, полеводство, пчеловодство. Имеются 168 дворов, ЦКС (клуб), библиотека, детский сад, школа, ФАП, почтововое отделение, мечеть.
      Основана жителями дд.Ясиново и Мещерово (ныне Старомещерово) Дуванской вол. Уфим. уезда в 1-ой пол. 19 века как выселок. В кон. 19 века занимались изготовлением телег и саней.
      Население в 2012 году - 481, домохозяйств - 168.
 
 
Яңы Мишәр ауылы тарихы.
      Мишәр аыулы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашып, дөйөм майҙаны 26650 кв. км булған.
      Башҡорттар Троицк өйәҙенең ун бер волосында: Әйле, Ҡара табын, Бара табын, Ҡыуаҡан, Күбәләк, Тырнаҡлы, Һарт, Дыуанлы, Балаҡатай, Кесе ҡошсо, Оло ҡошсо волостарында йәшәй. Беҙҙең төбәккә улар 14-25 быуаттарҙа килеп ултырған. Әйлеләрҙең ырыу вәкилдәре Әй йылғаһы буйында һәм Үрге аръяғында төпләнә. Ҡариҙел һәм Әй йылғалары араһында Ҡатайҙарҙың ата-бабалары урынлаша. Әйлеләрҙең төньяғындағы биләмәләр Дыуан волосына ҡарай. Был яҡтар күбеһенсә тауҙар менән ҡапланған, далалар күп булмай.
     Ҡошсолар бик борондан дыуанлылар менән тығыҙ бәйләнештә була. Уларҙың был ергә урынлашыуы бер үк ваҡытта бара. Малсылыҡ - төп кәсептәре булғанлыҡтан, күсмә ториош улар өсөн уңайлыраҡ булған. Һуңыраҡ ҡошсолар менән дыуандар Әй бассейенындағы урман-далалы әйлеләрҙе төньяҡтараҡ майҙанды, йәйләү өсөн биләп алалар. Ауылдарҙы йышыраҡ уларға нигеҙ һалған йөҙ башы, старшина йәки дин әһелдәре исеме менән йөрөтәләр. Мишәр ауылында йорт старшинаһы Туҡтамыш Мишәров (1799) йәшәгән. 1816 йылда ул Өфө өйәҙенә күсеп китә. Уның 1736 йылда тыуған Үтәмеш исемле ағаһы була. Туҡтамыш менән Үтәмештең атаһы Мишәр ауылының этнонимы. 1816 йылдағы ревизия буйынса Мишәрҙә 12 өй иҫәпләнеп унда 91 кеше йәшәгән. Аҡбай ҡарттың улдары Ясин (1722-1815) һәм Иҫәнбай (1762) шул уҡ исемдәрҙәге ауылдарға нигеҙ һалғандар. Ясин ауылында 9 ревизия мәғлүмәттәренән 11 йортта 65 кеше иҫәпләнгән, Иҫәнбайҙа 11 йортта - 63 кеше йәшәгән.
       Мишәр ауылының тәүге нигеҙе Мәтәшҡул тауынан түбәнерәк урынлашҡан булған. Хәҙер уны Иҫке ауыл тип йөрөтәләр, унда бер кем дә йәшәмәй. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ауыл икенсе урынға күсеп, исеме бер аҙ үҙгәреш кисергән. Ауыл күсерелгәндә йәки берәй төбәктән айырылып сыҡҡанда уның тәүге исеме алдына ”Яңы”, ”Үрге”, ”Түбәнге”, ”Кесе” һәм башҡа шуның кеүек һүҙҙәр өҫтәлгән. Быға асыҡ миҫал булып Яңы Мишәр ауылы тора.
      Яңы Мишәр ауылы 1834-1858-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Нигеҙ һалыусы Дыуан ырыуынан Һырбулат, уның улы Ҡарамыша булған. Мәғлүмәттәр буйынса халыҡ ат арбаһы һәм сана эшләү менән шөғөлләнгән. Шулай уҡ игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ та үҫешкән булған. Мәғлүмәттәр буйынса иң алда Иҫке Мишәр ауылы барлыҡҡа килгән (Әй йылғаһы аръяғында урынлашҡан). Уға нигеҙ һалыусы старшина Мишәр Шарипов (1758-1823) булған. Яңы Мишәргә нигеҙ һалыусы уның улы Үтәмеш Мишәров тип ҡараһаҡ, Әсфәндиәров (Башҡортостан ауылдары тарихы) Мишәрҙең Туҡтамыштан һуң улы булмаған тип яҙа. Шуға ҡарамаҫтан, Үтәмештең 8 улы булған: Рәхмәтулла (1764), Ниғмәтулла (1774й), Ишмөхәмәт (1778й), Ишмән, Ишбай, Иҡсан, Илбай, Аллабирҙе. Ишмән, Ишбай, Аллабирҙенең тамырҙары юҡ. Яңы Мишәр (дочерняя деревня) 1834-1858 йылдар араһында барлыҡҡа килгән тип яҙа Әсфәндиәров үҙенең китабында.
      1859 йылдағы перепись ауылда: 86 ир-ат, 79 ҡатын-ҡыҙ булған тип билдәләй. Мәғлүмәт Яңы Мишәрҙең иртәрәк булыуы тураһында фараз итергә мөмкинселек бирә, шул ваҡытта Яңы Мишәр үҫә бара, ә Иҫке Мишәрҙә йорттар һаны, кәмей бара. 1920 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Иҫке Мишәрҙә 34 йорт һәм 202 кеше иҫәпләнһә, Яңы Мишәрҙә 72 йорт һәм 373 кеше булған.
      1920- се йыларҙа Яңы Мишәр ауылы советы барлыҡҡа килә. Тәүге сельсовет председателе Ҡазыев Минтаһир.
     1928 йылда Ҡыҙыл Маяҡ колхозы барлыҡҡа килгән. Ә 1932 йылда ул Фрунзе исемен йөрөтә башлай, 2005 йылда яуаплылығы сикләнгән ойошма ”Йондоҙ”.